СОРОКИНА Валентина Мефодьевна (9.4.1940, Өфө), сәнғәт белгесе. РФ‑тың (2012) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Ю.М.Ракшаның һеңлеһе. И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1967). 1960 й. алып БДХМ‑да (1968 й. башлап фондтарҙың баш һаҡлаусыһы) эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. һынлы сәнғәтен, Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейын ойоштороу һәм коллекцияларын туплау тарихын, С.Д.Тавасиевтың ижадын өйрәнеүгә бәйле. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. Ғ.Ш.Имашева (1983), Т.П.Нечаева (1984, 1997), Б.Ф.Домашников (1994), М.В.Нестеров (1997), Ә.Ф.Лотфуллин (1998, 2003), Ә.С.Арыҫланов (2001), Ҡ.С.Дәүләткилдеев (2003) ижады т‑да альбомдар һәм каталогтар; төбәк һәм респ. художество күргәҙмәләренә каталогтар (1970‑се йй. 2‑се ярт.), ш. иҫ. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999), “Акварель яҙы” (“Акварельная весна”; 2005), “Мифтахетдин Аҡмуллаға – 150 йыл” (“Мифтахетдину Акмулле – 150 лет” 2006; ҡара: Сәнғәт ғилеме) авторы.

Хеҙм.: Александр Бурзянцев. Уфа, 1998; Рашид Нурмухаметов. Уфа, 2005; Сосланбек Тавасиев. Жизнь и творчество. Уфа, 2007.

Әҙәб.: Сорокина Валентина Мефодьевна //Сообщения Башкирского государственного художественного музея им. М.В.Нестерова: юбил. изд. Уфа, 2001.

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика