СОНАТА (итал. sonata), бер йәки бер нисә музыка ҡоралы өсөн муз. әҫәр; инструменталь музыка жанры. Классик С., ҡағиҙә булараҡ, ситке өлөштәре етеҙ (беренсеһе – соната формаһында) һәм урталағыһы талғын булған күп өлөшлө әҫәр; ҡайһы берҙә циклға менуэт йәки скерцо индерелә.

Башҡортостанда жанрҙың формалашыуы З.Ғ.Исмәғилев (фп. өсөн С., 1946), Х.Ф.Әхмәтов (фп. өсөн С.‑фантазия, 1947), Р.Ә.Мортазин (торба һәм фп. өсөн С., 1950) ижадына бәйле. 70‑се йй. Өфө сәнғәт ин‑тында (ҡара: Сәнғәт академияһы) композиция класы асылғандан һуң С. жанры әүҙем үҫеш ала. Был осорҙа башҡ. халыҡ музыкаһының классик формаларын һәм интонацияларын яраштырыу жанрҙың төп билдәһе булып тора (С.Ә.Низаметдинов, С.Р.Сәлмәнов, Р.М.Хәсәнов).

Байтаҡ С. фп. өсөн яҙылған (А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Исмәғилев, Л.З.Исмәғилева, Р.Р.Йыһанов, В.Н.Клепинин, Р.Ғ.Ҡасимов, А.М.Ҡобағошов, Низаметдинов, Р.В.Сәлмәнов, В.М.Скобёлкин, М.Х.Әхмәтов): А.К.Березовскийҙың 1‑се С. (1980) — ҡәтғи додекафон техникаһы һәм ныҡ киҫкен яңғыраш м‑н, Ҡасимовтың С. — полистилистика нигеҙендә сонористика һәм пуантилизм техникаларын ҡулланыу м‑н, Д.Д.Хәсәншиндең С.‑ҡобайыры (2008) фольклор жанрын классик нигеҙ м‑н берләштереүгә ынтылышы м‑н айырылып тора.

Комп. традиция б‑са ҡыллы инструменттар өсөн дә С. ижад итә: Хәсәнов (1969, 1970, 1973), С.Р.Сәлмәнов (1973), Низаметдиновтың (1980) виолончель һәм фп. өсөн С., Хәсәншиндең скрипка өсөн (1980), альт өсөн (1981), И.И.Хисаметдиновтың 2 скрипка өсөн (1998), Скобёлкиндың скрипка һәм фп. өсөн (1999) С. индивидуаль стилдәре м‑н айырыла. С.Г.Шаһиәхмәтованың скрипка һәм фп. өсөн 3 бүлектән торған (“Монолог”, “Интермеццо”, “Шествие”; 1984) С. йөкмәткеһен конкретларға ынтылыу м‑н, Р.Н.Сабитовтың виолончель өсөн С. (1988) автобиографиялыҡ һәм драматизм м‑н айырылып тора. Ф.М.Ғафуровтың виолончель һәм фп. өсөн С.‑поэмаһы (1992) жанр синтезы, Березовскийҙың “Альт, фортепиано һәм нотаны асыусы өсөн соната”һы (“Соната для альта, фортепиано и переворачивающего ноты”, 2007) гротеск һәм театр эффекттары (пистолеттан атыу, башҡарыусыларҙың костюмдары) м‑н тулыландырылған.

Башҡ. комп. ижадында ағас тынлы инструменттар өсөн С. ҙур урын биләй: Шәһиәхмәтованың (1961), Хисаметдиновтың (1999) кларнет һәм фп. өсөн; Йыһановтың флейта һәм фп. (1977, 1995, 2009), флейта (1998) өсөн; С.Р.Сәлмәновтың гобой һәм фп. өсөн (1984); Ҡасимовтың флейта (1994), гобой (1994) һәм кларнет (1995) өсөн С.; Ғафуровтың кларнет һәм фп. өсөн С.‑фантазияһы (1996). 20 б. композицияның төрлө техникалары ҡулланыла: М.Х.Әхмәтовтың гобой һәм фп. өсөн “Лабиринт һәм Минотавр” (“Лабиринт и минотавр”, 1989) С. һәм AHF темаһына Х.Ф.Әхмәтов иҫтәлегенә С. (1995). С.Р.Сәлмәнов торба һәм фп. өсөн (1987), Скобёлкин тромбон һәм фп. өсөн (1994) С. һ.б. еҙ тынлы инструменттар ҡулланалар. Хисаметдинов ике баян өсөн С. ижад итә (1997).

Н.Ғ.Сабитов (1947), М.З.Бәширов (1959, 1960), Хәсәншин (1966), Ғабдрахманов (1970), Р.В.Сәлмәнов (1970, 1979), Ҡасимов (1972, 1989), Н.Ш.Ғөбәйҙуллин (1980), А.Т.Кәримов (1988), Н.Я.Инякин (1989), Ғ.С.Дәүләтбирҙин (1990) һ.б. ижады С. жанрының йыйнаҡ формаһы — еңел фактураһы һәм сағыштырмаса ябай тематикаһы м‑н айырылып торған сонатина ижад итә. Ҡасимов һуҡма ҡоралдар өсөн сонатинаһында (1978) үҙенсәлекле тембрҙар ҡулланған. А.Р.Сәлмәнованың (1988) һәм Ғафуровтың (2000) ҡурай һәм фп. өсөн сонатиналарында классик музыка ҡоралдары һәм ҡурай берләштерелгән.

Әҙәб.: Гарипова Н.Ф. Башкирская фортепианная музыка. Уфа. 2008.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика