“СОНАЙЫМ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1940 й. Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Иҫәнбәт а. ҡурайсы Г.Шәмсетдиновтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Артабанғы яҙмаһын Х.Ф.Әхмәтов башҡара. Шаян таҡмаҡ формаһындағы йырҙа Сонайым ҡушаматлы ҡарттан мыҫҡыллап көләләр, ул һыйыры м‑н кәзәһен һатып, икенсе йәш кәләш алып ҡайта (ҡара: Никах). Алмашыныусан ладҡа ҡоролған йыр нигеҙендә — минор пентатоника; квадрат структуралы, муз. фразалар 3 тактлы төркөмдәргә берләштерелгән. Башҡарыусылар араһында “Йәдкәр” фольклор ансамбле. Йырҙы Р.Н.Сабитов тауыш һәм фп. өсөн, С.Ә.Низаметдинов, Р.В.Сәлмәнов – хор, А.М.Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйөн БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Й.З.Бикбирҙин ш. уҡ исемле хореографик картинаһында ҡулланған.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика