СОЛТАНОВА Рида Рәжәп ҡыҙы (24.5.1967, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2006), проф (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Ботаника баҡса‑ин‑тында эшләй. 1992 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта (2008 й. алып ғилми секретарь). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан урмандарының продуктлылығын арттырыу, яһалма экосистемаларҙа урманды файҙаланыу проблемаларына арналған. С. тарафынан Көньяҡ Уралда юғары продуктив йүкәлектәр булдырыуҙың урмансылыҡ ысулдары эшләнә. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эколого‑лесоводственные основы ведения хозяйства в липняках Южного Урала. М., 2006.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика