АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, туғай клеверының урындағы селекция сорты. Бейеклеге 90 см тиклем, 7—9 быуын аралары булған төҙ һабаҡлы. Япраҡлылығы 40—50%, ҡайһы йылдарҙа 60%‑ҡа тиклем. Япрағы өсәрле, йәшел, йәймәһенең урта өлөшөндә аҡ таптары бар. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, сәскәлеге тумалаҡ. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,7—1,9 г. Ҡышҡа сыҙамлы, һуң өлгөрә, бер тапҡыр сабыла торған сорт, яҙ берҙәм үҫеп сыға. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): бесән — 50, орлоҡ — 0,4; 100 кг йәшел массала 18,5 мал аҙығы берәмеге, 2,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Ҡалтасы сорт һынау участкаһы, 1986—88). БАССР б‑са 1939 й. ҡулланылышҡа индерелгән, башлыса Ағиҙел й. буйлап урынлашҡан хужалыҡтарҙа үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018