СОЛТАНОВА Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы [16.2.1937, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лаҡлы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1974), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Свердловск муз. уч‑щеһын (1960; Р.Х.Герцман класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1968; Г.А.Мальцева класы) тамамлаған. 1960—63 йй. һәм 1968 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы, 1980 й. — 2‑се Өфө пед. колледжында, бер үк ваҡытта 1998 й. тиклем ӨДСИ‑лә уҡыта һәм 1993 й. тиклем БАДТ‑ның педагог‑вокалисы, 2003 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Матур тембрлы һәм киң диапазонлы тауышҡа эйә, башҡарыу сәнғәте хис‑тойғолар һәм тәьҫирлелек м‑н айырыла. Концерт репертуарында урыҫ (М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Н.А.Римский-Корсаков, П.И.Чайковский), башҡ. (М.М.Вәлиев, Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов) комп. вокаль әҫәрҙәре, башҡ. халыҡ йырҙары (“Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Шәүрә” һ.б.). “Замандаштар” операһынан Бибинур арияһын, З.Ғ.Исмәғилевтең ҡайһы бер йырҙарын тәүге башҡарыусы. Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969), Ҡарағалпаҡ АССР‑ындағы БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. СССР, Монголия, Финляндия, Чехословакия буйлап гастролдәрҙә була. Вокал уҡытыу б‑са уҡытыу‑методик хеҙмәттәр авторы.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика