СОЛТАНОВ Шәриф Хәбибулла улы (9.8.1913, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡарасайылға а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны, — 10.5.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Кушнаренко р‑нында эшләгән: 1932 й. тиклем “Күмәк” к‑зында, 1933 й. башлап ВЛКСМ‑дың район ком‑ты эргәһендәге йәштәрҙең а.х. ст. дир., 1934— 35 йй. Ҡарасайылға а/с секретары, 1937—42 йй. район хәрби ком‑ты бүлеге нач., 1943 й. алып район советы рәйесе урынбаҫары, 1946 й. — соц. тәьминәт бүлеге мөдире, 1957— 75 йй. Салауат ис. к‑з рәйесе. С. етәкс. к‑з үҫемлекселектә юғары уңыш күрһәткестәренә өлгәшкән (ц/га): иген культуралары — 17, шәкәр сөгөлдөрө — 130, картуф — 135 (1959—65). Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. С. исеме м‑н Кушнаренко р‑ны Мәмәк һәм Шәрип аа. урамдар аталған.

Х е ҙ м.: Колхозная экономика на подъёме. Уфа, 1967.

Әҙәб.: Г е р а с и м о в а Е. Приписанный к земле //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика