СОЛТАНОВ Мансур Ислам улы (25.4.1875, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Мәстәй а. — 1919, Һарытау ҡ.), флейтасы, фольклорсы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1903; В.В.Кречман класы). 1906 й. алып Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестрҙары музыканты, 1912 й. башлап Һарытау консерваторияһында уҡыта. Башҡорттарҙан тәүге проф. музыкант. Бик күп башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен яҙып алған, шуларҙың 10‑ы (тарихи, лирик, шаян һәм бейеү) “Башҡорт һәм татар мотивтары. Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы М.Солтанов яҙып алды” (“Башкирские и татарские мотивы. Записал преподаватель Саратовской консерватории М.Султанов”; 1916) йыйынтығына ингән.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992. Шул уҡ. Первый музыкант‑исследователь из башкир //Народное творчество башкир. Уфа, 1976.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика