СОЛТАНОВ Зөфәр Хәбир улы [12.3.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Маншыр а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны)], режиссёр. РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1968). 1947 й. алып Дүртөйлө колхоз‑совхоз театры актёры (ҡара: Колхоз‑совхоз театрҙары), 1949—89 йй. татар театры (1968 й. “халыҡ” исемен ала), 1994—2008 йй. “Әллүки” театры (икеһе лә — Дүртөйлө р‑ны мәҙәниәт йорто) етәксеһе була. Театрҙа 80‑дән ашыу спектакль ҡуйған: С.Ш.Поварисовтың “Ауылымдың алһыу таңдары”, М.А.Хәйҙәровтың Ғәлиәбаныу”, “Еҙнәкәй”, И.Ә.Абдуллиндың “Тиле йәшлек”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” һәм “Яңғыҙ ҡайын”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре” (бөтәһе лә – татар телендә) һ.б. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика