СОЛТАНОВ Абдулла (Ғабдулла) Афзал улы [25.9.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡобағош а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], халыҡ йырсыһы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1996), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Учалы р‑нының Байрамғол совхозында эшләгән. Үҙешмәкәр йырсы (ҡара: Үҙешмәкәр сәнғәт ижады). Бай тембрлы һәм киң диапазонлы уникаль тауышҡа, сағыу драматик һәләткә эйә. Репертуарында “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхәбирә”, “Зәлифәкәй”, “Ҡаһым түрә”, “Сибай”, “Томан”, “Тәфтиләү”, “Урал”, “Хисам”, “Шафиҡ”, “Шәүрә”, “Әрме” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Рәсәй, Болгария, Германия, Португалия, Франция буйлап гастролдәрҙә була. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Әҙәб.: Абдулла. Көйлө хитап. Өфө, 2008.

Ю.И.Ғәйнетдинов
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика