СОЛТАНГӘРӘЕВТӘР, цирк артистары ғаиләһе, һыбайлылар. Миҙхәт Сәйфулла улы С. (17.2.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Юлыҡ а.), РФ‑тың атҡ. артисы (2002), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) “Башҡортостан егеттәре” атлы цирк труппаһында ҡатнашыусы, 1981 й. алып художество етәксеһе, 2005 й. — Өфө циркының хеҙмәтте һаҡлау б‑са инженеры, 2010 й. — дир. урынбаҫары. Халыҡ ижады үҙәге м‑н хеҙмәттәшлек итә: “Салауат йыйыны” Респ. фольклор байрамы (2010) өсөн ат өҫтөндә төрлө трюктар күрһәтеүгә ҡоролған театрлаштырылған тамаша, “Башҡорт аты” (“Башкирская лошадь”; БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а., 2015) этно‑фестиваленә һ.б. сараларға номерҙар әҙерләгән. Римма Рәүеф ҡыҙы С. (12.8.1953, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Исмәғил а.), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1984). Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем “Бал ҡорттары” художество‑акробатик төркөмөндә эшләгән, 1976 й. алып “Па‑де‑труа” атлы номерында ҡатнашҡан, 1980 й. башлап етәксеһе булған, бер үк ваҡытта 1982— 2005 йй. “Башҡортостан егеттәре” труппаһында ҡатнашҡан. Илдар Миҙхәт улы С. (17.3.1975, Өфө), БР‑ҙың атҡ. артисы (1998). Рәсәй физик культура акад. тамамлаған (Мәскәү, 2000). 1987—2005 йй. “Башҡортостан егеттәре” труппаһында ҡатнашҡан. Рәсәй һәм сит илдәр (Бельгия, Германия, Ҡытай, Монголия, Төркиә һ.б.) буйлап гастролдәрҙә булалар.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Илл.: Цирк артистары Солтангәрәевтәр “Башҡортостан егеттәре” номерында

Яндекс.Метрика