СОЛТАНБАЕВ Иншар Әхмәҙулла улы (15.8.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡ. Үргене а. — 7.11.2006, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), халыҡ йырсыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; Р.Л.Фишер класы) Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а., 1968 й. алып Әбйәлил р‑ны Асҡар а. музыка мәктәптәре, 1971 й. — Ейәнсура район мәҙәниәт йорто дир. (һәм ойоштороусыһы), 1974—91 йй. һәм 1994—96 йй. Әбйәлил район ҡулланыусылар союзының әҙерләү контораһында эшләгән. “Яҡты” тембрлы матур тауышҡа, әҫәрҙең муз.‑драматик образын төшөнөү һәләтенә эйә булған. Репертуарында “Бейеш”, “Буранбай”, “Каруанһарай”, “Сибай”, “Урал” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1957), Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Мәскәү, Өфө; икеһе лә — 1972), респ. ауыл үҙешмәкәр сәнғәт (1961), В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған үҙешмәкәр сәнғәт (1970) смотрҙары, үҙешмәкәр сәнғәт (1972), БАССР ҡулланыусылар кооперацияһы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары (1981; бөтәһе лә — Өфө) фестивалдәре һ.б. лауреаты. 1999 й. Әбйәлил р‑ны Байым а. уның исемендәге призға башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы булдырылған.

Ю.И.Ғәйнетдинов, Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика