СОЛТАНАЕВ Хәмит Рахман улы (31.5.1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны, — 26.4.1994, Өфө), зоотехник. А.х. ф. канд. (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1960). “Ғәлиә” мәҙрәсәһен (1918), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1928) тамамлаған. 1929 й. башлап ТАССР‑ҙың Игенселек ХК зоотехнигы, 1930 й. — Татар коммунистик ун‑тында (икеһе лә — Ҡазан) уҡыта. 1933 й. алып Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбендә, 1935—74 йй. БАХИ‑ла эшләй: 1945 й. тиклем, 1948—51 йй., 1959—71 йй. а.х. малдарын үрсетеү каф. мөдире, 1945—48 йй., 1951—59 йй. уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге һыйырсылыҡта һәм һөт етештереү йүнәлешендәге йылҡысылыҡта тоҡомсолоҡ эше өлк. тикшеренеүҙәргә арналған. С. етәкс. БАССР‑ҙың төрлө райондары өсөн һыйыр малы м‑н тоҡомсолоҡ эше б‑са 25 перспективалы план төҙөлгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Хеҙм.: Улучшающие породы крупного рогатого скота и их метисы в БАССР. Уфа, 1937; Племенное животноводство в Башкирии. Уфа, 1968.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика