СОЛОНИН Василий Степанович (25.12.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Михайловка а. — 2.12.1980, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р-ны Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1932 й. алып Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында тракторсы‑комбайнсы, 1945 й. — комбайнсы‑звено башлығы, 1949—53 йй. механик, оҫтахана мөдире, 1957—72 йй. баш инженер. 1956 й. Өфө р‑нының “Шемәк” с‑зында баш инженер. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 26 ц/га, игендең төшөмө 1500 т тәшкил иткән (1947). РСФСР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944, 1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Удалов А. Право первородства //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика