СОЛОГУБ Наталья Александровна (3.10.1977, Стәрлетамаҡ ҡ.), балет артисы. БР‑ҙың атҡ. артисы (1997). Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1994; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып БДОБТ, 1998 й. — Мариин театры (С.‑Петербург), 2006 й. — Дрезден ҡ. (Германия) балет труппаһы солисы. Лирик‑драматик амплуалағы классик балерина. С. сәнғәтенә еңел һәм һығылмалы хәрәкәттәр, нәзәкәтле башҡарыу манераһы хас. Төп партиялары: Сильфида (Х.Левенсхольдтың ш. уҡ исемле балеты; дебют, 1992), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Мари (“Щелкунчик”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Кармен (“Кармен‑сюита”, Ж.Бизе — Р.К.Щедрин) һ.б. Концерт репертуарында классик балеттарҙан вариациялар, хореографик миниатюралар (“Персик тотҡан ҡыҙ” — “Девочка с персиком”, В.Усманов, М.П.Мусоргский музыкаһына) һ.б. Лозанна (Швейцария, 1995), Мәскәү (1997) ҡҡ. халыҡ‑ара конкурстар дипломанты. “Иң яҡшы ҡатын‑ҡыҙ роле” номинацияһында “Алтын битлек” (“Золотая маска”) Милли театр фестивале пр. лауреаты (Мәскәү, 2002, 2004).

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика