“СОЛНЫШКО”, Синтетик Каучук” мәҙәниәт һарайының (Стәрлетамаҡ ҡ.) театр‑студияһы. 1979 й. хореография ансамбле булараҡ ойошторола, 2007 й. хәҙ. статусын ала. 1993 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составында 6—12 йәштәге 200‑ҙән ашыу ҡатнашыусы. “С.” репертуарында К.С.Хачатуряндың “Чиполлино”, Д.Д.Шостакович музыкаһына “Кибальчиш малай” (“Мальчиш‑Кибальчиш”) балеттары; “Әсәй” (“Мама”), “Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”), “12 ай” (“12 месяцев”), “Щелкунчик” мюзиклдары; башҡ., татар, урыҫ, белорус, украин, мексикан һ.б. халыҡ бейеүҙәре. Рәсәй, Төркиә, Украина буйлап гастролдәрҙә була. “Нева йәйғоро” (“Невская радуга”, 1996), “Виват, Петергоф” (2005; икеһе лә — С.‑Петербург), “Гәлсәр магнолия” (“Хрустальная магнолия”; Сочи ҡ., 2007), “Бейе, Волга буйы!” халыҡ бейеүе (“Танцуй, Поволжье!”; Пенза ҡ., 2008) халыҡ‑ара конкурстары, “Евразия—шанс” (Златоуст ҡ., 1997), “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”; Мәскәү, 2001), “Европа+Азия” (2003; Гран- при), “Киләсәккә юл” (“Дорога в будущее”, 2004; икеһе лә — Ырымбур ҡ.) бөтә Рәсәй конкурстары, “Оло Уралдың заман ритмдары” (“Ритмы времени Большого Урала”; Нефтекама ҡ., 2006; Гран‑при) Респ. конкурсы лауреаты; “Иртәнге йондоҙ” (“Утренняя звезда”; Мәскәү, 2002) телевизион конкурсы дипломанты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.А.Битинёва (театр- студияны ойоштороусы), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Г.С. һәм Р.М. Ишмәковтар.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика