СОЛДАТОВ Юрий Фёдорович (9.3.1940, Асбест ҡ.), скульптор. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1999). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1975) Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

С. ижадында төрлө жанрҙар, темалар, материалды эшкәртеү ысулдары берләшә; эштәре тормошсан реализм, сағыу ҡатмарлы контурҙар, төҫ‑күләгәнең нәфис контраслылығы, эмоциональ тәьҫирлелеге м‑н айырылып тора. Аллегорияға ҡоролған (“Фемида”, 1983, шамот; “Меркурий”, 2003, гранит, бронза) һәм классик аныҡ (“Ғәфү итеү”, 1997) образдар; баҙыҡ (“М.И.Цветаева”, 1966; икеһе лә – ҡомташ) һәм асимметриялы, йылдам хәрәкттәрҙе кәүҙәләндергән композициялар (“Уҡсы”, 1992, ҡарайтылған гипс) ижад итә. “Бабай” (1979, шамот), А.Д.Бурзянцевтың (1986, эзбизташ), М.Кәримдең (2006, тутыҡмаҫ ҡорос, синтетик ыҫмала) портреттарында документаль аныҡлыҡ м‑н һынлау асыҡ психологик характеристика м‑н яраша; ҡатын-ҡыҙҙарҙың лирик образдарында (“Дебют”, 2001, мәрмәр) тәбиғи һомғол хәрәкәттәр һәм мимика һалмаҡ пластика м‑н берләшә; портрет образдары ҡала көнкүреше һәм биҙәү мотивтарының нигеҙен тәшкил итә (“Балалар ихатала”, 1973, ҡарайтылған гипс; “Сәләмләү”, 2003, сүкелгән баҡыр). Сәнәғәт хеҙмәтсәндәренә (ҡара: Тарихи жанр), Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына (М.Ғ.Гәрәев бюсы, 1985, Өфө; Советтар Союзы геройҙарының 14 портрет скульптураһы серияһы, 1998, Бәләбәй р‑ны) арналған эштәр, сәйәси репрессия ҡорбандарына монумент (2000, Өфө) һ.б. авторы. Күргәҙмәләрҙә, ш. иҫ. 1959 й. алып халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, “Мираҫ” картиналар галереяһы (Нефтекама ҡ.; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Милиция музейы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Пространство и форма: выст. соврем. рос. скульптуры: каталог. Уфа, 2006; Выставка скульптурных проектов “В единстве семьи – единство нации”. Екатеринбург, 2008.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика