“СОДА”, мәҙәни-ял үҙәге. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1953 й. Сода-цемент комб‑тының (ҡара: “Сода”) Мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1981 й. алып “Сода” ААЙ‑ның мәҙәниәт һарайы, 2013 й. башлап “Башҡорт сода компанияһы” ААЙ‑ның мәҙәниәт һарайы. 350 урынлыҡ тамаша залы һәм 200 урынлыҡ лекциялар залы, дискозалы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләр, художество һәм тегеү оҫтаханалары, тауыш яҙҙырыу студияһы, костюм бүлмәһе бар. Мәҙәниәт һарайында 20‑нән ашыу үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: “Верные друзья” ветерандар хоры (1953, 1963 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.И.Ишембитова), тынлы оркестр (1954, 1968 й. алып “халыҡ”; етәксеһе В.И.Евсюгов), “Мираж” эстрада бейеүе ансамбле (1982, 1999 й. алып “халыҡ”; етәксеһе А.И.Демчук) һ.б. Мәҙәниәт һарайында йыл һайын “Сәскә ат, тыуған яғым, Башҡортостан” (“Цвети мой край, Башкортостан”) халыҡ ижады, “Комедийная хоромина” театр, “Башҡорт сода компанияһы” пр‑тиеһы хеҙм‑рҙәренең “Минең цехым, заводым, республикам!” үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивалдәре, “Глаголом жги сердца людей” һүҙ оҫталары конкурсы, хорҙар һәм вокаль ансамблдәр һ.б. конкурстары үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика