СОВХОЗ, совет хужалығы, ҙур дәүләт соц. а.х. пр‑тиеһы. Ергә һәм башҡа етештереү сараларына бәйле соц. дәүләт милкенә нигеҙләнгән; тулыһынса хужалыҡ иҫәбендә план б‑са эшләй. С. эшмәкәрлеге Соц. дәүләт производство пр‑тиеһы т‑дағы положениеға һәм Дәүләт пр‑тиеһы (берекмәһе) т‑дағы законға ярашлы тормошҡа ашырыла. С. уставы, үҙ аллы балансы була, юридик шәхес хоҡуҡтары м‑н файҙалана, күбеһе төрлө производство берекмәләре составына инә. С. 1918 й. конфискацияланған алпауыт имениелары базаһында үрнәк алырлыҡ ҙур соц. дәүләт хужалыҡтары (йылҡ‑ҡ з‑дтары, тоҡомсолоҡ, сөгөлдөр үҫтергән хужалыҡтар, рассадниктар һ.б.) булараҡ ойошторола башлай. С. етештереү һәм ойоштороу структураһы махсуслашыуға, ер майҙанына һәм тулайым продукция күләменә бәйле. Башҡортостанда тәүге С. 20‑се йй. аҙ. барлыҡҡа килә; 1928 й. 35 С. һаналған, 1932 й. — 132. СССР ҮБК һәм ХКС‑ының “Ҙур иген хужалыҡтарын ойоштороу тураһында” (1928 й. 1 авг.) ҡарарына ярашлы Башҡортостандың Урал аръяғында иген хужалыҡтары асыла: “Арғаяш”, “Йылайыр”, “Тамъян‑Ҡатай”. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң емерелгән С. тергеҙеү м‑н бер рәттән яңылары ойошторола. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда 20‑нән ашыу яңы С. барлыҡҡа килә. 1990 й. 53 иген, 11 йәшелсәселек, 79 һөт һәм ит‑һөт, 14 сусҡ‑ҡ, 11 һарыҡс‑ҡ, 11 ҡошсолоҡ С. эшләй (ҡара: табл.), етештерелгән (%): иген — 50, йәшелсә — 16; һыйыр малы ите — 41, сусҡа — 60, һарыҡ — 29, ҡош — 99, һөт — 21, йомортҡа — 100, йөн — 29. Ҙур махсус С. малс‑ҡ комплекстары булдырыла (ҡара: Малсылыҡ): “Башптицепром”, “Рощинский”, СССР‑ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз, “Яңы Раевка” һ.б. С. һәм хужалыҡ‑ара кооперацияла етештереү үҫеше һөҙөмтәһендә яңы ижт. етештереү формалары — ҙур хужалыҡ‑ара пр‑тиелар, производство берекмәләре һәм агрофирмалар барлыҡҡа килә. 1980 й. 69 хужалыҡ‑ара пр‑тие эшләй. 70—90‑сы йй. юғары килемле С.: “Алексеевка”, “Дмитриевка”, “Знаменский”, “Йылайыр”, “Красная Башкирия”, “Ҡарлыман”, “Матрай”, “Мәсәғүт”, “Раевка” һ.б. 90‑сы йй. башынан баҙар иҡтисадына күсеүгә бәйле респ. а.х. күп тармаҡлы булып китә. С. байтаҡ өлөшө хужалыҡ итеүҙең ойоштороу‑хоҡуҡ һәм милектең төрлө формаларына ҡараған пр‑тиеларына һәм ойошмаларына үҙгәртелә: АХПК, Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциациялары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һ.б. С. үҫеше м‑н Р.З.Ғилемханов, И.Ғ.Дәүләтбирҙин, Р.К.Кинзин, М.Н.Мирсаяпов, П.С.Моор, Ә.Р.Нәҡиев, Б.И.Петров, И.Ә.Әхиәруллин, Б.И.Ярмушин, И.К.Ясаков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

 

Башҡортостанда совхоздар үҫешенең төп күрһәткестәре

 

Күрһәткестәр

1940

1950

1960

1970

1980

1990

Совхоздар һаны

57

50

71

106

159

209

Хеҙм‑рҙәрҙең уртаса йыллыҡ һаны, мең кеше

19,1

20,7

69,4

97,7

100,4

90,3

Сәсеү майҙаны, мең га

278,4

287,2

1103,6

1330,6

1470,4

1400,7

Һыйыр малы,

ш. иҫ. һыйыр, мең баш

47,0

19,5

35,6

10,5

210,7

70,8

404,8

124,5

456,5

154,6

492,9

141,6

Сусҡа, мең баш

26,7

30,6

215,8

217,0

246,7

283,7     

Һарыҡ һәм кәзә, мең баш

35,1

46,9

259,9

399,7

447,1

358,8       

Тракторҙар, дана

1311

1200

4615

8770

10784

12605

Иген йыйыу комбайндары, дана

798

1100

3692

4630

5093

5455      

 

Р.А.Борханов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика