СОВЕТ МЕРИНОСЫ, һарыҡтарҙың йөн‑ит йүнәлешле, нәҙек йөнлө тоҡомо. Төньяҡ Кавказ һәм Себер тоҡом төрҙәре, йөн‑ит һәм йөн типтары айырыла. 20 б. 20—50‑се йй. Ставрополь крайында Мазаев һәм Яңы Кавказ мериностарын рамбульенан, һуңынан Аскания, Кавказ, Алтай һ.б. нәҙек йөнлө тоҡомдарҙан ҡасырыу ысулы м‑н сығарыла. Ныҡлы һөлдәле мал; кәүҙәһе оҙон, күкрәге, арҡаһы һәм һигеҙгүҙе киң. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 98—124 кг, һарыҡтарҙыҡы — 46—55 кг. Йөнө аҡ, бер төҫлө, күренеп торған бөҙрәлек м‑н, йыуанлығы 64‑се сифатлы (20—25 мкм), оҙонлоғо 7,5—9,0 см. Тәкәләрҙән 11—12 кг, һарыҡтарҙан 5,5—7,0 кг йөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 130—140 бәрәс. Башҡортостанға 60‑сы йй. башында тоҡомдоң продуктлылыҡ сифаттарын күтәреү маҡсатында шырт йөнлө һарыҡтар м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. БР‑ҙа тоҡом малы һаны яҡынса 2 мең баш тәшкил итә (2007). Тоҡом малы көтөүҙәре Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы “Дуҫлыҡ” ЯСЙ‑ның тоҡомсолоҡ з‑дында һәм Дүртөйлө р‑нының «“Көшөл” тоҡом репродукторы» ЯСЙ‑нда урынлашҡан. С.м. тоҡомо һарыҡтарын Ейәнсура һәм Йылайыр р‑ндарының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында үрсетәләр. Таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло малдың продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта (Т.Х.Мәхмүтова, Ш.Ғ.Усманов), Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләүһәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институтында (Ф.Ә.Исламов), Ауыл хужалығы институтында (Б.Х.Сатыев), БАССР‑ҙың А.х. министрлығында (Б.С.Сәлимов) өйрәнелгән.

Әҙәб.: Прекос мәҡ. ҡарағыҙ.

Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика