СЛИВА (Prunus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ағас йәки ҡыуаҡлыҡ заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда уссури С. һәм ҡытай С. төрҙәренә ҡараған сорттар үҫтерелә. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған ағас йәки ҡыуаҡ. Япрағы йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһында. Сәскәһе аҡ төҫтә. Апр. аҙағында сәскә ата. Емеше — һутлы төшлө емеш, йомронан алып оҙонса йомортҡа формаһына тиклем, һарынан алып ҡуйы зәңгәр төҫкә тиклем, ауырлығы 12—40 г, авг. уртаһында өлгөрә; составына 8—10% шәкәр, 2% органик к‑талар, 1%‑ҡа тиклем пектин; витаминдар һ.б. инә. БР‑ҙа ҡыуаҡ формаһында үҫтерәләр. С. ултыртҡандың 2—4‑се йылына емеш бирә башлай. Ҡышҡа сыҙамлы һәм дым яратыусан үҫемлек. Үҙ аллы үрсей алмай, сәскә атыу ваҡыттары тура килгән ике сорт ултырталар. С. ағас һымаҡ нығынған сыбыҡсаларын күгәнгә, алсаға, С. урындағы сорттарына ялғап үрсетелә. Яҙ көнө ҡалҡыу һәм үтә елдәрҙән һаҡланған участкаларға, яҡшы дренажланған тупраҡҡа ултыртыла, рәт эсе араһы 1,5— 2,0 м, рәттәр араһы 3—4 м. Уңдырышлылығы 1 үҫемлектән 25—30 кг (Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге; 2007). Емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. С. интродукцияланған сорттарын һынау һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр 1956 й. башлап Кушнаренко селекция үҙәгендә (Р.И.Болотина, Т.Ғ.Дёмина, В.П.Стреляев һ.б.), 1964 й. — Бөрө сорт һынау участкаһында (М.Т.Гак) алып барыла. С. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа Алтайская юбилейная, Красносельская, Краснощёкая, Шершневская һ.б. сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Е н и к е е в Х.К. Биологические особенности сливы и выведение новых сортов. М., 1960; Садоводство в Башкортостане /М.Г.Абдеева [и др.]. Уфа, 2006.

Т.Ғ.Дёмина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика