СЛАВИНСКИЙ Пётр Михайлович (16.10.1899, Харьков ҡ. – 2.5.1977, Мәскәү), дирижёр. РСФСР‑ҙың атҡ., БАССР‑ҙың халыҡ (икеһе лә – 1944) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1928; С.М.Козолупов класы). 1925 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театры оркестры солисы, 1936 й. – Пермь, Ташкент ҡҡ. опера театрҙары дирижёры. 1938 й. башлап БДОБТ‑ның, 1945 й. – Куйбышев, Харьков опера һәм балет театрҙарының, 1950 й. — К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович‑Данченко ис. Мәскәү муз. театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 1961 й. алып Мәскәү художество театрының муз. бүлек мөдире һәм оркестр дирижёры. Нескә муз. тойғоно һәм артислыҡ темпераментын яраштырып, С. урыҫ опера сәнғәте традицияларын дауам итә. Опера һәм балет театры сәхнәһендә С. етәкс. башҡ. операларының: А.А.Эйхенвальдтың “Мәргән”, М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар”, Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, “Аҡбуҙат”; урыҫ һәм сит ил опера классикаһы әҫәрҙәренең: “Тирмәнсе ҡыҙы”, М.И.Глинканың “Иван Сусанин”, П.И.Чайковскийҙың “Евгений Онегин” һәм “Пики дамаһы” (“Пиковая дама”), Ш.Гуноның “Фауст”, Дж.Вердиҙың “Аида”, “Травиата” һәм “Риголетто”, Ж.Бизеның “Кармен”, Дж.Пуччиниҙың “Чио‑чио‑сан”, Дж.Россиниҙың “Севилья цирюльнигы” (“Севильский цирюльник”) һ.б. тәүге постановкалары ҡуйыла. “Коппелия”, “Сыңрау торна” балеттары, симфоник концерттар м‑н дирижёрлыҡ итә. БДОБТ‑тың симфоник оркестрын ойоштороусы.

Әҙәб.: Ланге В. Башкирский государственный театр оперы и балета в годы Великой Отечественной войны //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика