• Печать

СКУРКО Евгения Романовна (5.8. 1947, Куйбышев ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2005), проф. (2007). БР‑ҙың (2001) һәм РФ‑тың (2014) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1984). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1970) Белорус консерваторияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбендә (Минск), 1971 й. алып ӨДСИ‑ла, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Ырымбур сәнғәт ин‑тында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда милли муз. мәҙәниәттәрҙең, проф. музыканың формалашыуына һәм үҫешенә, хәҙ. ватан музыкаһына, тема һәм формалар яһалышы мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О жанрово‑стилистических предпосылках вариантности в инструментальной музыке С.В.Рахманинова //С.В.Рахманинов: материалы науч. конф. М., 1995; Башкирская академическая музыка: традиции и современность. Уфа, 2005; Симфония “Русь — зелёная и бело‑снежная” в зеркале творческих поисков //Роман Леденёв: ст., материалы, исслед. М., 2007.

Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств 25 лет: сб. ст. Уфа, 1993.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова