СКУРКО Евгения Романовна (5.8.1947, Куйбышев ҡ.), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2005), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Композиторҙар союзы ағзаһы (1984). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1970) Белорус консерваторияһы эргәһендәге урта махсус муз. мәктәбендә (Минск), 1971 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда милли муз. мәҙәниәттәренең, проф. музыканың формалашыуына һәм үҫешенә, хәҙ. ватан муз., тема һәм формалар яһалышы мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм: О жанрово-стилистических предпосылках вариантности в инструментальной музыке С.В.Рахманинова //С.В.Рахманинов: материалы науч. конф. М., 1995; Башкирская академическая музыка: традиции и современность. Уфа, 2005; Симфония “Русь – зелёная и белоснежная” в зеркале творческих поисков //Роман Леденёв: ст., материалы, исслед. М., 2007.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика