СИТДИҠОВА Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (12.12.1913, Ҡазан губ. Мордва а. — 29.5.2000, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1973) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). 1937—68 йй. Башҡ‑н художество фондында эшләй, 1957 й. фонд эргәһендәге художество студияһында уҡый (педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Әҫәрҙәре башлыса натюрморт һәм интерьер жанрҙарында башҡарылған. Орнамент мотивтары ҡулланыу, киңлектең шартлы ҡоролошо, төҫтәрҙең декоратив хәл ителеше уның эштәренә милли яңғыраш өҫтәй. Рәссам көндәлек халыҡ тормошоноң матурлығы, башҡорттарҙың милли традициялары һәм йолалары т‑да уйлана (“Алтын туй алдынан”, 1968; “Ауылда иртәнге аш”, 1976; “Хәтер”, 1982; “Буласаҡ батыр”, 1987); ҡайһы бер эштәре башҡ. балына арналған (“Башҡорт балы”, 1967; “Уңышлы йыл. Умарталыҡ”, 1987) һ.б. С. әҫәрҙәрендә поэтик яңғыраш өҫтөнлөк итә, башҡ. сигеүенең һәм туҡыусылыҡ әйберҙәренең орнаменттарына, нескә һыҙыҡтарға, тыныс һәм мөһабәт ритмдарға айырыуса иғтибар бүлә (“Ҡурай”, 1971). “Елән менән натюрморт” (1987), “Батыр ҡоралы” (1991) эштәре образдарҙың күп яҡлы булыуы һөҙөмтәһендә жанр кимәленә күтәрелә. Пейзаждары үҙенсәлекле: “Көньяҡ Уралда” (1965), “Ҡыҙыл шишмә” (1991). Уникаль графика өлкәһендә (пастель) эшләй. 1958 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1960, 1982, 1993, 1998, 2003, 2008), Бөрө, Дәүләкән (1982), Ҡазан, Октябрьский (1983) ҡалалары. Эштәре БДХМ, ТР (Ҡазан), Удмурт Респ. (Ижевск) Һынлы сәнғәт музейҙары коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил галереяларында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1989). Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Адия Ситдикова. Живопись: каталог. Уфа, 1993.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Яндекс.Метрика