СИРАЖЕТДИНОВА Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы (13.12.1930, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙғы а. — 29.12. 1986, Сибай ҡ.), актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1974). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). 1947 й. алып БАДТ, 1949 й. — Ҡыйғы колхоз- совхоз театры (ҡара: Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры), 1952 й. башлап Сибай драма театры актрисаһы. Актрисаның ижадына тәбиғилек һәм ябайлыҡ хас. С. репертуарында айырыуса лирик‑драматик: Зоя Космодемьянская (“Зоя”, М.И. Алигерҙың ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са), Нәфисә (“Утлы өйөрмә”, Ә.М.Мирзаһитов), Диләрә (“Юғалған хаттар”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин); комик‑сатирик: Йыһан (“Башмағым”), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Фатима (“Ғәзизәкәй балдыҙ”, Р.Ә.Сафин) һ.б. ролдәр айырылып тора.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика