СИРАЖЕТДИНОВА Фәнүнә Хәниф ҡыҙы (15.2.1949, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ишҡар а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын тамамлаған (1970). 1969 й. алып Башҡ. хор капеллаһы артисы, 1980—2003 йй. Башҡ. филармонияһысолисы, 2006 й. башлап Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия-интернатында уҡыта. Йомшаҡ һәм нәфис тембрлы тауышҡа эйә; йырҙарына хислелек, ихласлыҡ, нәфислек хас. Репертуарында Р.Х.Ғәзизов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙары, “Бейек кенә тауҡай”, “Кизелекәйшаршау”, “Тирмән дә аҫты тәрән һыу” башҡ. халыҡ йырҙары. С.Әлибай шиғырына Н.Ә.Дауытовтың “Мөхәббәт йыры”, З.С.Ҡотлогилдина шиғырына С.Ә.Низаметдиновтың “Ялан сәскәләре”, Р.Й.Ғарипов шиғырына Р.Х.Сәхәүетдинованың “Кәкүк” йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика