• Печать

СИРАЖЕТДИНОВ Фәрит Хәмит улы (10.6.1949, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), зоотехник, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДАУ‑ҙың зоотехния (1976) һәм иҡт. (1999) ф‑ттарын тамамлаған. 1976 й. алып Фёдоровка р‑нының К.Маркс ис. к‑зында, 1979 й. — Көйөргәҙе р‑нының “Таймаҫ” с‑зында баш зоотехник, 1985 й. башлап “Алтын башаҡ” к‑зының партия ком‑ты секретары, 1987 й. — “Күмертау” с‑зының партия ком‑ты секретары, 1988 й. — директоры. 1995 й. алып һәм 2001 й. алып БР А.х. министрлығында министр урынбаҫары, 1997 й. — министрҙың 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000 й. тиклем “Башптицепром” ДУАХП‑ның ген. директоры. 2002 й. башлап Башҡ‑н агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑ты ректоры, 2012 й. алып “Ветеринар һ .м фито‑ санитар кү .әтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан реферант үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһында дир. урынбаҫары, 2014—15 йй. дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре йәш һыйыр малы продуктлылығын арттырыуға һәм сәнәғәт технологиялары шарттарында һыйыр итен етештереү һөҙөмтәлелегенә арналған. С. ҡатнашлығында мал һимертеү, көтөүҙә һимертеү, салыуҙың оптималь ваҡытын һәм салыу алды ауырлығын прогнозлау, һыйыр малын аҫрау һәм ашатыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 190‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Формирование мясной продуктивности скота и рост компонентов туши. Уфа, 1999; Биологически активные вещества в питании животных. Уфа, 2003 (авторҙ.); Основные аспекты повышения эффективности производства говядины и улучшения её качества. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина