СИРАЖЕТДИНОВ Фәрит Хәмит улы (10.6.1949, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), зоотехник, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДАУ‑ҙы тамамлаған (1976, 1999). 1976 й. алып Фёдоровка р‑нының К.Маркс ис. к‑зында, 1979 й. — Көйөргәҙе р‑нының “Таймаҫ” с‑зында баш зоотехник, 1985 й. башлап “Золотой колос” к‑зының партия ком‑ты секретары, 1987 й. — “Күмертау” с‑зының партия ком‑ты секретары, 1988 й. — директоры. 1995 й. алып БР А.х. министрлығында эшләй: министр урынбаҫары, 1997 й. башлап министрҙың 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000 й. тиклем “Башптицепром” ДУАХП‑ның ген. дир.; 2001 й. алып министр урынбаҫары. 2002 й. башлап Башҡ‑н агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑ты ректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре йәш һыйыр малы продуктлылығын арттырыуға һәм сәнәғәт технологиялары шарттарында һыйыр итен етештереү һөҙөмтәлелегенә арналған. С. ҡатнашлығында мал һимертеү, көтөүҙә һимертеү, салыуҙың оптималь ваҡытын һәм салыу алды ауырлығын прогнозлау, һыйыр малын аҫрау һәм ашатыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Формирование мясной продуктивности скота и рост компонентов туши. Уфа, 1999; Биологически активные вещества в питании животных. Уфа, 2003 (авторҙ.); Основные аспекты повышения эффективности производства говядины и улучшения её качества. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика