АТМОСФЕРА БАҪЫМЫ, атмосфера тарафынан уның эсендәге предметтарға һәм Ер өҫтөнә яһалған баҫым. Атмосфераның һәр бер нөктәһендә өҫтәге һауаның ауырлығы м‑н билдәләнә, юғарыға табан кәмей. А.б. Ер өҫтөндә урындан урынға һәм ваҡыт арауығында үҙгәреүе, юғары һәм түбән баҫым өлкәләренең формалашыуы атмосфералағы йылылыҡтың таралыуына бәйле. А.б. тигеҙһеҙ горизонталь таралыуы һауа ағымдары килеп сығыуын, ел режимын билдәләй. Барометр м‑н үлсәнә, т.б. мм йәки гектопаскалдәрҙә (гПа) күрһәтелә. Уртаса (нормаль) А.б. итеп диңгеҙ кимәлендәге (0° С т‑рала 45° киңлектә) баҫым алынған, ул т.б. 760 мм (1013,3 гПа) тап килә. А.б. режимында ваҡытлы (йыллыҡ һәм тәүлек йөрөш) һәм ваҡытлы булмаған (антициклон һәм циклон тәьҫире һөҙөмтәһендәге үҙгәрештәр) тирбәлеүҙәр күҙәтелә.

Башҡортостанда (Өфө—Дим метеостанцияһы мәғлүмәттәре б‑са) уртаса йыллыҡ А.б. т.б. 754 мм (1005,4 гПа) тәшкил итә, ғин. — т.б. 756 мм (1007,7 гПа), июлдә — т.б. 748 мм (997,6 гПа). Иң юғары А.б. (т.б. 780 мм, йәғни 1050,7 гПа) — 1969 й. ғин., иң түбәне (т.б. 718 мм, йәғни 960,1 гПа) 1975 й. ғин. теркәлгән.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов