СИРАЕВ Марат Ғабдрахман улы (2.1.1947, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). Ғ.Х.Сираевтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1974—81 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1982—83 йй. уҡытыу‑тәж. хужалығының баш агрономы, 2000—05 йй. дөйөм игенселек каф. мөдире. 1981—82 йй. Бөтә Союз игенселек һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау ҒТИ‑һы Башҡ‑н тупраҡ һаҡлау комплекстары төбәк бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1983 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында, 1984—2000 йй. БНИИСХ‑ла: лаб. мөдире, 1991 й. башлап бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ер эшкәртеү системаларын камиллаштырыуға, уларҙың тупраҡ режимдарына һәм агрофитоценоздарҙың продуктлылығына йоғонто яһауына арналған. С. ҡатнашлығында БР‑ҙа кулиса барлыҡҡа килтереү ысулы эшләнә һәм тупраҡты минималь эшкәртеү системалары индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006; Наука и практика землепашцев. Изд. 2‑е, доп. Уфа, 2008.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика