СИМФОНИЯ (гр. symphonia – аһәңлелек), башлыса симфоник оркестр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, соната‑цикл формаһындағы музыкаль әҫәр. Ғәҙәттә 4 өлөштән тора; күберәк йәки аҙыраҡ, хатта бер өлөшлө С. була. Ҡайһы берҙә С. солистар, хор индерелә.

Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе Р.Ә.Мортазин ижадына бәйле. 1—4‑се С. (1952, 1957, 1963, 1970) комп. 4 өлөшлө циклдың классик моделе б‑са ижад итә; 5‑се, 6‑сы С. (1976, 1980) Көнбайыш Европа классик концертына һәм сонаталарына хас булған 3 өлөшлө циклдан (етеҙ—яй—етеҙ темп); 7‑се С. (1984) бер өлөшлө композициянан тора. Мортазин С. 50—60‑сы йй. башҡ. комп. муз. фекеренә хас үҙенсәлектәр сағыла, улар 19 б. урыҫ комп. ижадында (М.И.Глинка, М.А.Балакирев, Н.А.Римский‑Корсаков) формалашҡан жанр (жанр-этнографик) симфонизмы традицияларына нигеҙләнгән: цитаталарға, халыҡсан образдарға, сюита, рапсодия драматургияһы һәм формаларына таяныу, ҡапма-ҡаршылыҡ, экспозицияның өҫтөнлөк итеүе, башлыса тембр һәм орнаменттарҙы төрләндереү, тантаналы финал ҡулланыу.

70‑се йй. алып башҡ. комп. симфоник әҫәрҙәрендә жанрҙың классик моделен үҙгәртеү тенденцияһы күҙәтелә. С. инструменталь муз. иң төп жанрҙарының береһе булып китә. Р.Х.Ғәзизов, Р.Р.Йыһанов, Р.Ғ.Ҡасимов, Р.Н.Сабитов, Д.Д.Хәсәншин үҙенең ижадында 20 б. композицияһы техникалары, джаз м‑н башҡ. фольклорының архаик формаларын берләштереп, неофольклоризм эстетикаһына өҫтөнлөк бирә. Һөҙөмтәлә муз. телендә, поэтикаһында, драматургияһында, формаһында үҙгәреш ббашлана һәм “яңы” С. барлыҡҡа килә. Комп. фәлс. темаларға мөрәжәғәт итә: көнсығыш һәм көнбайыш [Ҡасимовтың 3‑сө, 4‑се С., 1999, 2000; М.Х.Әхмәтовтың 4‑се “Реквием — оҙон көй” (“Реквием — узун-кюй”) С., 2000], кеше һәм дин [Йыһановтың 2‑се “Иман символдары” (“Символы веры”) С., 1994], тәбиғәт һәм цивилизация (Ҡасимовтың 4‑се, 5‑се С., 2002; Йыһановтың 1‑се С., 1987) һ.б. Айырыуса программалылыҡҡа иғтибар көсәйә [ҡара: Программалы музыка; Ғәзизовтың 3‑сө “Сығанаҡтарға юл” (“Путь к истокам”) С., 1994; Ҡасимовтың 6‑сы “Салауат улы Юлаевтың солох һәм һуғышы” (“Мир и война Юлаева сына Салавата”) С., 2002] һ.б. Этномузыкаль хикәйәләү үҙенсәлектәре, жанрҙар декоративлығы С. әҫәрҙәрҙә эпик, лирик, драматик башланғыстар синтезына алмашына. Жанр концепцияһының үҙгәреүе боронғо йолаларға мөрәжәғәт итеүҙә, уларҙы үҙенсәлекле трактовкалауҙа, образдарҙы яңыса аңлатыуҙа һ.б. сағыла.

20 б. аҙ. — 21 б. башындағы башҡ. С. тәрән образ‑тематик үҙгәрештәргә килтергән үтәнән‑үтә үҫеш хас. Симфониздың монологик [темптың һүлпәнәйеүе, яңғыҙ башҡарыусы муз. ҡоралдарының монологын индереү, статик эпизодтарҙың роле артыуы (Л.З.Исмәғилеваның “Камера симфонияһы” — “Камерная симфония”, 1998; Ғәзизовтың 3‑сө С. һ.б.)], эпик‑драматик [күҙәтеүҙән хәрәкәткә күсеүҙең күп тапҡыр ҡабатланыуы, конфликт, гротеск, киҫкен экспрессия индереп, лиро-эпик образлылыҡты үҙгәртеү (Ҡасимовтың С., Сабитовтың 1‑се С., 2002)] типтары; драматургияның күп фазалы крещендо [Исмәғилеваның тауыш һәм оркестр өсөн “Таҡташ‑симфонияһы” (“Такташ‑симфония”), 1987], экстенсив [Ғәзизовтың 2‑се “Ҡыллы инструменттар өсөн музыка” (“Музыка для струнных”) С., 1997], монтажлы (Хәсәншиндең 4‑се С., 1998; Ҡасимовтың 5‑се С.) төрҙәре барлыҡҡа килә.

Хәҙ. башҡ. С. муз. формаһында композицион ҡоролоштоң күп төрлөлөгө, цикллыҡты яңыса аңлатыу, контраслы бер өлөшлө композицияларға тартылыу, архитектониканың яйлап процесс формаһына күсә барыуы, традицион соната формаһының роле кәмеүе йәки бөтөнләй юҡҡа сығыуы, 3 өлөшлө (яй—етеҙ—яй — Сабитовтың 1‑се, Ҡасимовтың 4‑се С.), күп өлөшлө (Ҡасимовтың 1—3‑сө, 5‑се С.) циклдарҙың роле артыуы, рондо һәм концентрацияланған формалар тыуыуы, поэма яңы тенденциялар булып тора. С. жанрының төрҙәре барлыҡҡа килә: вокаль (Хәсәншиндең 3‑сө С., 1976), камера [Сабитовтың “Халыҡ стилендә бәләкәй симфония” (“Маленькая симфония в народном стиле”), 1996; Ғәзизовтың 2‑се “Ҡыллы инструменттар өсөн музыка” (“Музыка для струнных”)]. С. башҡа жанрҙар м‑н бәйләнеше ҡатнаш жанр структураһын тыуҙыра: С.‑концерт (А.Д.Хәсәншиндең Соло скрипка м‑н ҙур симфоник оркестр өсөн С., 1997), концерт‑С. (А.Р.Сәлмәнова С., 1983), С.‑оратория [С.Ә.Низаметдиновтың “Салауат менән һөйләшеү” (“Разговор с Салаватом”), 1982; Әхмәтовтың 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» («По прочтении башкирского эпоса “Урал-батыр”») С., 1998], С.‑реквием [Әхмәтовтың 4‑се “Реквием – оҙон көй” (“Реквием — узун‑кюй”) С.] һ.б.

Е.Р.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика