СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Лирик‑драматик йөкмәткене, полифония ҡоролошон дөйөмләштергән, теманы, композиция формаһын ентекле кәүҙәләндергән симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа килтерергә мөмкинлек бирә һәм күмәк күренештәрҙә, ш. уҡ яңғыҙ эпизодтарҙа ла ҡулланылырға мөмкин (бейеү һығылмалы мотивтарҙың тематик эшкәртеү нигеҙенә ҡоролған). Опера һәм балет театры постановкаларында киң файҙаланыла.

Тәүге тапҡыр башҡ. сәхнәһендә С.б. “Сыңрау торна” балетында күрһәтелә, унда муз. драматургияның иң мөһим моменттарында (солистар м‑н торналар, туй йолалары күренештәре, финалдағы адажио; балетм. Н.А.Анисимова) ҡулланыла. С.б. үҫешендә Н.Ғ.Сабитов ижады ҙур роль уйнай. Уның балеттарында образдарҙың муз. ҡоролошо бейеү күренештәренең ҡыҙыулығында һәм һүрелеү динамикаһында асыҡ сағыла: “Тау бөркөтө” (балетм. К.Д.Карпинская), “Гөлнәзирә” (янғын күренеше, төрмәләге адажио; балетм. С.В.Дречин), “Яратам һине, тормош” (сауҡалыҡтағы адажио, ҡайындар кордебалеты; балетм. Л.Е.Бородулин), “Айгөл иле” (Зөлхәбирәнең әхирәттәре м‑н осрашыуы; балетм. И.Х.Хәбиров) һәм башҡалар. С.б. Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1‑се акт адажиоһы, халыҡ ағымының геройҙарҙы мәсхәрәләүе, Ғәлимә м‑н Закирҙың монологтары; балетм. Х.Ф.Мостаев), Л.З.Исмәғилеваның “Арҡайым” (“Аркаим”; ҡыуып барыу, алыш күренештәре һ.б.; балетм. А.Петров) балеттарының үҙәк күренештәрендә ҡулланыла.

Әҙәб.: Галина Г.С. Башкирский балет. Уфа, 2002.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика