СИМОНОВА Элеонора Рауфовна (19.5.1939, Өфө), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1964; А.К.Агте класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1973 й. алып ӨДСИ‑лә (1998 й. башлап камера‑концертмейстер сәнғәте каф. мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре вокал сәнғәтенең, вокаль музыка жанрҙарының формалашыуы һәм үҫеше тарихына, ш. уҡ башҡорт вокал мәктәбе проблемаларына арналған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Искусство арии в итальянском оперном барокко. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова