СИЛОС (исп. silos, күплектә silo — ер аҫты бинаһы, иген һаҡлау өсөн соҡор), һутлы мал аҙығы, үҫемлектәрҙең йәшел массаһын анаэроб шарттарҙа консервалау ярҙамында әҙерләнә. Силослау өсөн силос культураларының йәшел массаһы ҡулланыла, уларҙы үҫешенең иң уңайлы фазаларында сабып алалар, ваҡлайҙар (массаның дымлылығы 65—70% булғанда турау үлсәме 1,5—2,0 см), соҡорға һалалар, тығыҙлайҙар, полимер плёнка м‑н ҡаплайҙар. 1 кг С. составына 0,16—0,20 мал аҙығы берәмеге, 11—15 г үҙләштерелеүсе протеин, 15—20 мг каротин инә; pH 4,0—4,2. С. барлыҡ а.х. малдарына башлыса ҡышҡы осорҙа ашаталар. Һыйыр малының йыллыҡ рационында С. өлөшөнә энергетик туҡлыҡлылыҡтың 10—20%‑ы тура килә. Сусҡаларҙы һәм а.х. ҡоштарын ашатыу өсөн күп йыллыҡ үләндәрҙең тамыраҙыҡтары, ҡурпыһы, иген ҡалдыҡтары, бесән оно, борсаҡ һаламы оно ҡатышмаһынан ҡатнаш С. әҙерләнә. 1 кг ҡатнаш С. составында 0,23—0,25 мал аҙығы берәмеге, 20—30 г үҙләштерелеүсе протеин, 15—25 г каротин бар. Башҡортостан хужалыҡтарында йыл һайын 1,3—1,5 млн т С. әҙерләнә. 20 б. 50‑се йй. башлап Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Л.В.Сипатова һ.б.) кукуруздың һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың ҡатнаш сәсеүлектәрен файҙаланыу, силослау технологиялары б‑са, Аграр университетта (Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) химик һәм биол. консерванттар ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: Сенаж мәҡ. ҡарағыҙ.

Т.Әәритов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика