АТЛЫҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ишбулды а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 697 кеше; 1920 — 693; 1939 — 682; 1959 — 677; 1989 — 408; 2002 — 317; 2010 — 398 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡаймашабаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. башында Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 74 йортта 427 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов