СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР, һөрөү һәм а.х. культуралары сәсеү өсөн яраҡлы  ерҙәр. С.һ.ҡ.е. һөрөнтө ер һәм а.х. культуралары сәсеүлектәре майҙанын киңәйтеү өсөн төп резерв иҫәпләнә; улар 20 б. 50—60‑сы йй. Ҡаҙағстанда, Волга буйы, Урал, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер райондарында күпләп үҙләштерелгән.

Сиҙәм ерҙәр, үҫемлектәр м‑н ҡапланған, бер ҡасан да эшкәртелмәгән ер массивтары. С.е. тупраҡ япмаһы серетмә һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең күп булыуы м‑н айырыла. Дала (ҡуңыр һәм ҡара тупраҡта), ярым сүллек (көрән, асыҡ ҡуңыр һәм һоро тупраҡта), һыубаҫар туғай (төрлө тәбиғәт зоналары тупрағында, башлыса ҡара тупраҡлы булмағандарында), йылға үҙәндәре буйлап, торф-һаҙлыҡ (һаҙлыҡтарҙы киптергәндән һуң үҙләштерелгән) һ.б. айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда С.е. күпләп үҙләштереү крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәс башланған, Столыпин аграр реформаһы осоронда дауам иткән. 1875—1917 йй. — Өфө губ. 1162 мең га, БАССР‑ҙа коллективлаштырыу ваҡытында 1 млн га яҡын С.е. һөрөлгән. СССР‑ҙа С.е. үҙләштереү КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1954 й. 2 мартындағы “Иген етештереүҙе артабан арттырыу һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү” т‑дағы ҡарарына ярашлы алып барыла. 1954—60 йй. — 41,8 млн га сиҙәм ер, ш. иҫ. РСФСР‑ҙа — 16,3 млн га, шуларҙан БАССР‑ҙа 662,8 мең га (ш. иҫ. 1954 й. 374 мең га) ер һөрөлгән; 1954 й. 58 респ. тарафынан дәүләткә яҡынса 1,9 млн т иген тапшырыла. Башҡортостандың С.е. “Маҡан”, “Хәйбулла” (икеһе лә — Хәйбулла р‑ны), “Матрай”, “Урал”; Комсомольск, Подольск, Уральск, Өфө, Сиҙәм ҡасабалары (бөтәһе лә — Хәйбулла р‑ны) һ.б. ойошторолған. 1990 й. Баймаҡ р‑ны Урғаҙа а. Сиҙәм ер музейы асыла.

Ҡалдау ерҙәр, тупраҡты интенсив файҙаланып, уның уңдырышлылығы кәмеүе арҡаһында бер йылдан артыҡ а.х. культуралары өсөн ҡулланылмаған һөрөнтө ер. Ҡ.е. үҫемлектәрҙең төр составы (ҡарағуранан алып ҡылғанға тиклем) алышыныу процесында органик матдәләр туплау ярҙамында тергеҙелә. БР‑ҙа 1996—2008 йй. 589,5 мең га Ҡ.е. — сабынлыҡҡа, 562 мең га — көтөүлеккә, 166 га ер башҡа биләмәләргә әйләндерелгән.

Әҙәб.: Ñòàôèé÷óê È.Ä., ßíáóõòèí Í.Ð. Ïðàâîâûå è îðãàíèçàöèîííî-ýêîëîãè÷åñêèå îñíîâû óïðàâëåíèÿ çåìåëüíûìè ðåñóðñàìè. Óôà, 2006.

И.Д.Стафийчук

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика