СИДЕРАЦИЯ, тупраҡты органик матдә һәм азот м‑н байытыу өсөн ергә сидераттарҙың йәшел массаһын һөрөп күмдереү. Йәшел ашламаларҙы ҡулланғанда тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра, тупраҡтың биологик активлығы арта. Йәшел ашламаның һөҙөмтәлелеге тиреҫтекенә оҡшаған (ҡара: Органик ашламалар). Сидераттар үҫтергәндә 35—40 т/га йәшел масса барлыҡҡа килә, уны һөргәндә серетмә миҡдары 2—3 т/га арта, тупраҡҡа 100—250 кг/га азот инә. С. тупраҡты культуралаштырыуға, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүгә һәм культуралы үҫемлектәрҙең уңдырышлылығын арттырыуға булышлыҡ итә. Йәшел ашламаны дым етерлек булған зонала (башлыса төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман-дала зонаһында) аҙ серетмәле еңел гранулометрик составлы ҡара булмаған тупраҡта ҡулланырға кәңәш ителә, ш. уҡ ҡорораҡ зоналарҙа (Урал алды дала зонаһы, Урал аръяғы дала зонаһы) балсыҡлы тупраҡта һөҙөмтәле була. Яуым‑төшөм етерлек булған уңышлы йылдарҙа йәшел ашламалар өҫтөндә — ужым арышы, ҡоро йылдарҙа яҙғы бойҙай сәселә. Төрлө ауыл хужалығы зоналарында йәшел ашламаларҙы ҡулланыу агрономик һәм иҡт. яҡтан һөҙөмтәле сара иҫәпләнә. Сидераль пар баҫыуы булған алты баҫыулы иген- пар‑аралыҡлы сәсеү әйләнешенең продуктлылығы Башҡортостандың Урал алдында — уртаса 17—19%‑ҡа, Башҡортостандың Урал аръяғында 14—16%‑ҡа арта. БР‑ҙа С. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге 20 б. 30‑сы йй. башынан Аграр университетта (С.Ғ.Ғиззәтуллин, Н.А.Середа, Й.А.Усманов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Ф.М.Богданов, С.А.Лукьянов һ.б.) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Игенселек.

Әҙәб.: Сидераттар мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.А.Середа

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика