СИДЕРАТТАР, с и д е р а л ь к у л ь т у р а л а р, йәшел ашлама өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Сидерация өсөн башлыса ҡуҙаҡлы культуралар (клевер, ҡандала үләне, торна борсағы һ.б.; ҡара: Ҡуҙаҡлылар) үҫтерелә. Ғәҙәттә, С. үҫтерелгән участкала һөрөп күмдерәләр, һирәгерәк сабалар һәм башҡа баҫыуҙар өсөн ашлама итеп ҡулланалар. С. төп культуралар үҫтереүҙән буш ҡалған баҫыуҙарҙы биләй, был һөрөнтө ерҙе интенсив ҡулланыуға булышлыҡ итә.

Әҙәб.: У с м а н о в Ю.А. Зелёное удобрение. Уфа, 1988.

Н.А.Середа

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика