СИГЕҮ (ҡайыу), кейемде һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулдан (энә, һирәгерәк ырғаҡ м‑н) йәки машинала яһалған орнаменталь биҙәктәр (ҡара: Орнамент) м‑н биҙәү. Башҡорттарҙа С. — төрки‑ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү- ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында таралған була. Башҡ. С. стилистикаһында 20 б. башында формалашҡан башҡорттарҙың орнаменталь сәнғәтенең архаик һәм һуңыраҡ барлыҡҡа килгән тенденциялары, ш. уҡ Урал- Волга буйы төбәгенең фин‑уғыр халыҡтарының С. үҙенсәлектәре сағылыш алған. Етен, кизе‑мамыҡ, йөн, ебәк һ.б. ептәр (ғәҙәттә, төҫлө) м‑н, ҡайһы саҡта биҙәү элементтары (сәйлән, ынйы, мәрйен, тәңкә, ялтырауыҡ слюда, быяла мунсаҡ, аҡыҡ һ.б.) ҡушып, бәрхәттә, кизе‑мамыҡ туҡымала, кейеҙҙә сиккәндәр. Биҙәктәр өсөн сағыу төҫтәрҙе (ҡыҙыл, һары, йәшел, һирәгерәк күк һәм зәңгәр) һайлағандар; ерлеге, ғәҙәттә, ҡыҙыл, йәшел, ҡара, һирәгерәк аҡ йәки ниндәйҙер асығыраҡ төҫтә булған. Башҡ. С. 10‑дан ашыу йөй төрө иҫәпләнә. Иҫәпле һәм ирекле йөйҙәрҙе файҙаланыуға нигеҙләнгән С. башҡарыу техникаһы буйынса ике төркөмгә айырыла. Иҫәпле сигелгән йөйҙәр (ҡыя сәнсем, ике яҡлы шыма нағыш, үреү, биҙәкле, йыйма һәм сатраш) туҡымалағы ептәр һаны б‑са башҡарыла, был аныҡ симметриялы композицияһы һәм ентекләп эшләнгән деталдәре м‑н айырылып торған биҙәктәрҙең геом. формаһын (ромб, сатраш, өсмөйөш, һигеҙ ҡырлы йондоҙ, кеше һәм хайуандарҙың геом. формаға һалынған һүрәттәре) билдәләй. Төҫтәргә килгәндә, сағыу төҫтәр өҫтөнлөк иткән, улар орнаменттың аныҡ геом. һүрәте м‑н тап килеп торған. Иҫәпле сигелгән йөйҙәр м‑н байрам, йола, бүләк өсөн әҙерләнгән таҫтамалдарҙы, бәләкәй ашъяулыҡтарҙы, башҡорт кейеме элементтарын — ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙ күлдәгенең яғаларын, ирҙәрҙең киң билбауҙарын, ҡатын‑ҡыҙҙарҙың маңлай бәйләместәрен (ҡара: Һарауыс) сиккәндәр. Айырыуса үреү алымы киң ҡулланылған: төҫлө ептәрҙе үреп, туҡымаға йәйеп һалғас, ул үтә күренмәле ҡупшы селтәр һымаҡ күренгән. Уның м‑н маңлай бәйләместәрен (ҡара: Таҫтар) һәм ҡатын- ҡыҙ алъяпҡыстарын биҙәгәндәр. Ирекле йөйҙәр — тамбур (элмә, йүрмәп сигеү, ҡайыу, сигеү), келәм (күпертеп сигеү, күпертеп һырыу), сүпләп сигеү (яңы теген), бер яҡлы шыма нағыш, ҡыя селтәр йәки икеләтә тамбур (ҡуш элмә, салып сигеү), улар төрлө туҡымала эшләнә, талғын һыҙаттарҙан торған биҙәктәр сигергә мөмкинлек бирә. Ирекле йөйҙәр техникаһында башлыса һүрәтендә һәм төҫтәрҙең хәл ителешендә аныҡ симметрия талап ителмәгән__Бындай йөйҙәр м‑н намаҙлыҡтар, ҡатын‑ҡыҙ күлдәктәре, түшелдерек, алъяпҡыс, ашъяулыҡ, салфетка, таҫтамал, шаршауҙар биҙәлгән. Тамбур техникаһында традицион ҡусҡар орнаменты мотивы ҡулланылған. Орнаменттың төп элементы — зооморф мотивтарҙы сағылдырған һарыҡ тәкәһенең парлы мөгөҙө рәүешендәге стилләштерелгән спираль биҙәктәр, ул биҙәктәр башҡорттарҙың боронғо, исламға тиклемге, күсмә тормош донъяһындағы орнамент сәнғәтенән күскән. Ҡусҡар м‑н — сәкмән һәм еләндәрҙе, аппликация ҡушып сергетыштарҙы, ғибәҙәт келәмдәрен, туй янсыҡтарын, түшәк тартмаларын, сарыҡтың ҡунысы м‑н үксәһен биҙәгәндәр. Бөтә ҡатын‑ҡыҙ кәсептәренән С. — хәҙ. заман шарттарына айырыуса яраҡлашҡан сәнғәт төрө. Яңы декоратив сигеү ысулдары, орнамент мотивтары, композиция алымдары, икенсе төрлө төҫтәр гаммаһы барлыҡҡа килә, тик С. сәнғәтенең художество нигеҙен тәшкил иткән традицион колорит һәм алыҫ быуаттарҙа барлыҡҡа килгән орнамент үҙгәрмәй. С. ш. уҡ — мари, мордва, сыуаш, татар, удмурт, урыҫ биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. 60‑сы йй. башынан Респ. Моделдәр йорто (ҡара: Мода үҙәге), Мода йорто, Башҡортостан производство комбинаты асылыу м‑н С. традицион нигеҙҙә заманса биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең өлкәһе булараҡ үҫешә. С. сәнғәтенең үҫешенә “Ағиҙел” ПБ‑ның тәж.-художество лаб. оҫталары Е.И.Богданова, И.В.Гривцова, А.А.Ефимова, Г.Б.Каракулова, М.Ә.Ниғмәтйәнова, Р.Р.Юлдашбаева һ.б. ҙур өлөш индергән. Башҡ. С. өлгөләре Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һәм уның филиалдарында, Нестеров М.В. исемендәге художество музейында, “Урал” галереяһында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары; бөтәһе лә — Өфө), Дәүләт тарих музейында (Мәскәү), РФА‑ның Бөйөк Пётр ис. Антропология һәм этнография музейында, Дәүләт этнография музейында (икеһе лә — С.‑Петербург), Дәүләт тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Екатеринбург ҡ.), Венгрия этнография музейында (Будапешт) һ.б. һаҡлана.

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г., Б и к б у л а т о в Н.В., Ш и т о в а С.Н. Декоративное творчество башкирского народа. Уфа, 1979; Я н б у х т и н а А.Г. Народные традиции в убранстве башкирского дома. Уфа, 1993; Ш и т о в а С.Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.

Ә.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Яндекс.Метрика