СИБИРЦЕВ Николай Михайлович (1.2.1860, Архангельск ҡ. — 20.7. 1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Воздвиженский а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Воздвиженка а.), тупраҡ белгесе. Проф. (1894). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1882). Фәнни һәм генетик тупраҡ ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С. тарафынан В.В.Докучаев тәҡдим иткән тупраҡтың тәбиғи есем булыуы т‑дағы тәғлимәт үҫтерелгән. 19 б. 90‑сы йй. Өфө губернаһының тупраҡтарын өйрәнеүҙә ҡатнашҡан. Уның тарафынан тәүге тапҡыр тупраҡ барлыҡҡа килтергән тоҡом һәм төбәктең үҫемлектәр донъяһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып Көньяҡ Урал тупрағы географияһына фәнни тасуирлама бирелгән. С. етәкс. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң тупраҡ карталары төҙөлгән (1898, 1901), уларҙа Башҡортостандың Урал алды тупрағының төп төрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙә беренсе “Тупраҡ ғилеме” (“Почвоведение”; 1— 3‑сө киҫәк, 1898—99) дәреслеге авторы.

Х е ҙ м.: Избранные сочинения: в 2 т. М., 1951—1953.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика