“СИБАЙ”, “Сибай кантон”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Б.Ғ.Юлыевтан яҙып ала һәм үҙенең “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтыра. Йырҙың варианттарын А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский (1937 й. М.Ә.Байымовтан), К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр. Авторы — кантон нач. Ш.У.Сибаев, тип фараз ителә. Риүәйәт б‑са, идара итеүҙең кантон системаһын бөтөргәндән һуң Шәйәхмәт Сибаевты Верхнеурал ҡәлғәһенең атаманы итеп тәғәйенләйҙәр, тик ул унда китә алмай: фельдшер м‑н яҡын мөнәсәбәттә булған икенсе ҡатыны Фатима ирен арҡаһына сыҡҡан шеште алдырырға күндерә. Уңышһыҙ операциянан һуң Шәйәхмәт үлә. Сибаевтың монологы формаһында яҙылған йырҙың шиғри тексы тыуған яғын һағыныу, яратҡан Фатимаһына һөйөү тойғоһо м‑н һуғарылған. Шиғри текст варианттарының береһе ир м‑н ҡатын араһындағы диалог формаһында ижад ителгән. “С.” көйө бай орнаментика, киң диапазон (теридецима) м‑н айырылып тора, уға алмашып торған метроритмик структура һәм лад хас. Йыр өлөштәрен берләштергән вокализ (орнаментлы мотив) йырға үҙенсәлек һәм көсөргәнешлек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле, Ф.Х.Бикбулатов, М.С.Ғәйнетдинов, К.М.Дияров, Т.М.Дәүләтшин, Б.Һ.Йәнекәев, Р.Р.Ҡарабулатов, И.Ә.Солтанбаев, А.А.Солтанов, А.К.Тимеров, Әхмәтов. “С.” В.И.Виноградов, А.Х.Ғабдрахманов, Р.Ә.Мортазин, Рәхимов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика