СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составына 2 элеватор (1957 й., 1974 й. асылған), складтар һ.б. инә. 5 магазины, икмәкханаһы, ашханаһы, фасовкалау цехы һ.б. бар. 2013 й. 203 кеше эшләгән. С.э. дөйөм һыйҙырышлығы — 220 мең т, механизацияланған 15 ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә 100 т/сәғ. тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн 7 ағым линияһы бар. 2011—13 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 38 мең т тәшкил иткән; етештереү (мең т): ярма — 0,04, он — 24,5, көрпә — 6,6. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1953 й. Сибай икмәк ҡабул итеү пункты булараҡ ойошторола, 1974 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1997 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2011 й. башлап “Ситно" агрохолдингы (Магнитогорск ҡ.) составында.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика