СИБАЙ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1993 й. ҡала филармонияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып Башҡорт филармонияһы филиалы, 1998 й. башлап Сибай дәүләт филармонияһы, 2013 й. Сибай концерт‑театр берекмәһе составына инә. С.ф. тәүге ижади коллективы “Сибай” бейеү ансамбленән (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Г.В.Аҡназарова), концерт бригадаһынан (етәксеһе А.К.Тимеров), халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан (етәксеһе И.Ғ.Яхин) торған. 1995 й. — концерт бригадаһы (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Л.Р.Ишемйәрова), “Арҡайым” төркөмө (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы С.И.Баййегетов), 1997 й. — “Байҡара” төркөмө (етәксеһе А.М.Вәлиуллин), 2002 й. — концерт бригадаһы (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Б.Р.Байназаров; 2009 й. алып “Баяс” төркөмө), 2004 й. — концерт бригадаһы (етәксеһе Ғ.Ғ.Ғәйетбаев), 2008 й. “Тархан” төркөмө (етәксеһе Р.Р.Ғайсин) ойошторола. С.ф. составына “Сибай” бейеү ансамбле (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Ф.Х.Ғөбәйҙуллин), халыҡ муз. ҡоралдары оркестры (етәксеһе И.М.Сафин), “Тархан” төркөмө инә (2016). С.ф. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: Ә.Ш.Ҡыуатова (1993 й. алып), Аҡназарова (2003 й. алып), БР‑ҙың атҡ. артисы Н.Ә.Ғиззәтуллина (2006—14 йй. һәм 2016 й. алып), БР‑ҙың атҡ. артисы Ф.Ш.Әсәҙуллин (2014—16). Дир.: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.С.Хөснөтдинов (1993 й. алып), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.И.Ишмуллин (1994 й. алып), В.Б.Йосопов (2005 й. алып), БР‑ҙың атҡ. артисы А.М.Ҡотошов (2015 й. алып). Халыҡ‑ара фольклор фестивалендә (Франция, 1996), Халыҡ‑ара төрки телле халыҡтар фестивалендә (Ялова ҡ., Төркиә, 2005) ҡатнаша. Белгород ҡ. 1000 йыллығына һәм Еңеүҙең 50 йыллығына арналған Халыҡ‑ара фестиваль лауреаты (1995); Бөтә Урал Бажов халыҡ ижады фестивале (Сыбаркүл ҡ., 1995), Халыҡ‑ара фольклор фестивале (Лефкада утрауы, Греция, 2001) дипломанты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика