СИБАЙ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1931 й. Стәрлетамаҡ ҡ. 2‑се респ. башҡ. проф. театры булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Башҡ. район‑ара күсмә театр, ш. уҡ йылдан — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры, 1957 й. – Сибай дәүләт колхоз‑совхоз башҡ. театры, 1961 й. – БАССР‑ҙың Сиҙәм театры, 1968 й. – Сибай ҡала башҡ. драма театры, 1976 й. башлап Сибай башҡ. дәүләт драма театры. 1991 й. А.Ҡ.Мөбәрәков исеме бирелә.

Тәүге баш реж. — Мөбәрәков, яуаплы етәксеһе – Ш.Һөйәрғолов. Труппаның тәүге составына Башҡ. техникумын тамамлаусылар А.Абдуллин, Ғ.Б.Абыҙгилдина, С.Йәнбухтина, С.И.Сәйетов, М.Г.Хәбибуллин һ.б. инә. Театрҙың тәүге спектакле — М.Ә.Мәһәҙиев ҡуйылышында А.Глебовтың “Дау” спектакле. Репертуарға башҡ. (Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу” һәм “Ҡарағол”, “Башҡорт туйы”, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас”), татар (Т.Ғиззәттең “Ташҡындар”, Ғ.Камалдың “Беренсе театр”, Н.Иҫәнбәттең “Зифа”), урыҫ (А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, Н.В.Гоголдең “Өйләнеү”) классик драматургияһы әҫәрҙәре; коллективлаштырыу һәм индустриялаштырыу т‑да пьесалар (А.М.Таһировтың “Баймаҡ” һәм “Алатау”, С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” һәм “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, К.Иҙрисовтың “Яҙғы йыр” һ.б.) инә. Постановкалар — Ҡ.Ғ.Бәкеров, Ә.С.Садиҡов, Сәйетов, Ғ.Ф.Сарбаев, Е.Сыртланова‑Шляхтина, Ғ.Ғ.Ушанов; художестволы биҙәү – М.Н.Арыҫланов, Ғ.Ш.Арыҫланова (ҡара: Ғ.Ш.Имашева); муз. биҙәү — Х.Мансуровский, Р.Ә.Мортазин, ш. уҡ йырсылар һәм ҡурайсылар И.И.Дилмөхәмәтов, Р.З.Йәнбәков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Б.Әхмәтов һ.б. тарафынан башҡарыла. Коллективҡа Й.З.Абитаева, М.Азаматова, С.Батыршина, Ғ.Х.Ирназарова, С.Йәғәфәров, К.И.Ихсанова, М.Г.Лоҡманов, Б.М.Мәһәҙиева, М.Х.Хисмәтуллин һ.б. ҡушыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында труппала күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар була. Башлыса хәрби-патриотик темаға бер шаршаулы пьесалар, концерттар, ш. уҡ Х.К.Ибраһимовтың “Ватан саҡыра”, Р.Ниғмәтиҙең “Урман шаулай”, Мөбәрәковтың “Бисәкәй”, Р.Ф.Ишмораттың “Ҡайтыу” драмалары ҡуйыла. Соц.‑тарихи драмалар (Ҡ.Даяндың “Таңсулпан”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”), музыкаль комедиялар (Ибраһимовтың “Башмағым” һәм “Еҙнәкәй”) ҙур уңыш м‑н бара.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа репертуарҙа илде аяҡҡа баҫтырыу, хеҙмәт энтузиазмы пафосы м‑н һуғарылған әҫәрҙәр (М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” һәм “Ҡыҙ урлау”, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”, М.А.Хәйҙәровтың “Ирәндек”, И.Ә.Абдуллиндың “Бажалар”), героик драмалар [Я.В.Апушкиндың “Салауат, йәки Бер ус көл” (“Салават, или Горсть пепла”) пьесаһы б‑са “Салауат”, А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са “Геройҙар”] барлыҡҡа килә. М.Әмирҙең “Тормош йыры” әҫәре б‑са Сарбаев (1959—64 йй. баш реж.) ҡуйған спектакль көслө драматизм, аһәңлек һәм музыкаллек м‑н айырылып тора. Постановкаларҙы ш. уҡ Бәкеров, Ф.Ғ.Ғәләүетдинов, Лоҡманов, Сәйетов; художестволы биҙәү өҫтөндә Г.Я.Аллабирҙин, Б.Солтангилдин, Н.Ф.Фәйзрахманова, А.Фәхриев эшләй. 40‑сы йй. — 50‑се йй. башында труппаға М.А.Емалетдинова, Х.И.Ҡурсаев, Х. һәм М.Ф. Миңлишевтар, Ш.М.Сиражетдинова, З.Х.Ханов, К.М.Хөсәйенов, М.Әхмәтғәлиева, Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаусылар Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ә.Х.Дилмөхәмәтова, Р.Д.Ҡаһарманова, К.Х.Хәбибиуллина, Х.К.Хәсәнов һ.б. ҡабул ителә.

Театрҙың Сибай ҡ. күсеүе, статусы үҙгәреүе һәм труппаның яңырыуы репертуарҙың тематикаһын киңәйтә, театрҙың ижади эшмәкәрлегенең художество‑эстетик принциптарын байыта. Репертуар сит ил әҙәбиәте (Мольерҙың “Тартюф”, Цао Юяның “Тайфун”) һәм СССР халыҡтары драматургияһы (А.Е.Макаёноктың “Хөкөм”, Э.Раннеттың “Юлдан яҙған бала”, Ц.Шагжиндың “Хәйләкәр Буҙамша”, У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан”) һ.б. әҫәрҙәре м‑н тулылана. Р.М.Әйүпов ижады (1954—68 йй. баш реж.) театр тарихында ҙур урын алып тора; уның “Ай тотолған төндә”, Н.Асанбаевтың “Кеше бәхете”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Һалдат улы” постановкалары художество кәүҙәләнешенең тулылығы, көслө эмоциональ яңғырашы м‑н айырыла. Реж. Ғәләүетдинов ш. уҡ шул осорҙа ижад юлына баҫҡан башҡ. драматургтары пьесаларына мөрәжәғәт итә: Ф.В.Боғҙановтың “Мөхәббәт һәм енәйәт” һәм “Иртәнге томан”, Г.Исхаҡовтың “Бөркөт ҡанаты”, Н.Ғәйетбайҙың “Ҡойма ямғырҙа” һ.б. Спектаклдәр ҡуйыу м‑н ш. уҡ А.А.Муат, К.Р.Нәҙершин, В.К.Сәйфуллин, Х.М.Усманов; художестволы биҙәү —А.Г.Мостафин, Х.Насиров, муз. биҙәү м‑н М.Н.Хәсәнов, М.А.Хоҙайғолов шөғөлләнә. 60—70‑се йй. коллективҡа ГИТИС‑ты тамамлаусылар Ф.М.Әсмәндиәров, Ш.С.Кулибаева, Р.М.Әҙелшина; ӨДСИ һәм Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаусылар З.Ғ.Баязитова, З.С.Вәлитов, К.Б.Исламғолова, В.Б.Йосопов, М.А.Йәмилев, Ә.Ҡ.Йәнбәков, В.Ғ.Ҡалмантаева, М.А.Ниғмәтуллин, Р.Ғ.Сәйфуллин, Р.М.Сәлимгәрәева, Р.Н.Хоҙайғолова, Ф.Ф.Хәсәнова һ.б. ҡушыла.

70‑се йй. уртаһында репертуар трагедиялар (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”), драмалар (Асанбаевтың “Зәйтүнгөл” һәм “Аҡ сирендәр”), комедиялар (Т.Ғ.Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”), трагикомедиялар (Р.Хәмиттең “Китәм инде!”), сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәре (Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт”, Р.Тагорҙың “Ганг ҡыҙы” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль) һ.б. м‑н тулылана. 70—80‑се йй. постановкалар м‑н Ғәләүетдинов, Нәҙершин, Ә.Ҡ.Сафиуллин, Әйүпов һ.б. шөғөлләнә. Л.В.Вәлиевтең спектаклдәре (1987—90 йй. баш реж.; М.А.Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ”) милли колорит, идея йөкмәткеһе, Г.М.Ильясованың (А.Н.Арбузовтың “Ғәйеплеләр”) —психологик тәрәнлек м‑н айырылып тора. Труппаны И.И.Ғүмәров, Х.А.Дәүләтов, Н.А.Искәндәрова, А.Ф.Йосопова, Р.И.Яңыбаев һ.б. тулыландыра. 90‑сы йй. ижт.‑сәйәси үҙгәрештәр И.Х.Йомағоловтың “Семәрле тәхет”, М.Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”, А.Дударевтың “Һуңғы аҙым”, Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын” һәм “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми” һ.б. спектаклдәрендә сағылыш ала. Урыҫ [Островскийҙың “Үҙ кешеләр — иҫәпләшербеҙ” (“Свои люди – сочтёмся”) пьесаһы б‑са “Берәү бөлә – берәү көлә”], башҡ. һәм татар (М.Фәйзиҙең “Башмағым”, К.Г.Тинчуриндың “Ҡазан һөлгөһө”) классиктарының комедиялары, ш. иҫ. муз. комедия (Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилевтең “Ҡоҙаса”; спектакль м‑н Мәскәүҙә БР көндәрендә ҡатнашалар, 1997), ҡуйыла. Р.В.Исрафилов сәхнәләштергән Мольерҙың “Дон Жуан” спектакле үҙенсәлекле интерпретация м‑н айырыла. Постановкалар ш. уҡ Д.М.Ғәлимов, Б.Н.Ибраһимов (1989–91 йй. баш реж.), Йосопов, О.З.Ханов, Әйүпов, С.Г.Әфләтунов тарафынан башҡарыла; художестволы биҙәү — Н.Ғ.Байбурин, Э.Р.Ғиззәтуллин, А.Л.-Х.Ғиләжев, А.Мәжитов, Т.Ғ.Йәнекәев, К.Чарыев; муз. биҙәү — У.М.Иҙелбаев, Ю.Х.Үҙәнбаев, Р.М.Хәсәнов М.Х.Әхмәтов; хореография м‑н Г.В.Аҡназарова, С.А.Ғәбитова һ.б. шөғөлләнә. Труппа составына Р.Р.Абдуллина, А.И.Бәхтиева, А.Х.Ғәлләмова, Ю.Ш.Ғәйнуллин, М.С.Итбаев, А.М. һәм М.М. Ҡотошовтар, Ф.Ф.Урманшин, А.Ф.Шәйхисламов һ.б. инә.

2000‑се йй. башынан театр, үҙенсәлекле милли традицияларға таянып, репертуарын башлыса хәҙ. заман башҡ. әҙәбиәте әҫәрҙәре м‑н байыта; реж. Ғәлимов Ф.М.Бүләковтың (“Ҡыҙҙар ни өсөн илай?”, “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?, “Бәлеш”, “Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар...”), Т.Ғәниеваның (Тамарис; “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә тамашасылар һөйөүен яулай, 2000), Т.Х.Ғарипованың (“Төштәге йыр”, “Китмәгеҙ, торналар!”, “Тәңкәле ҡыҙ”), Р.М.Кинйәбаевтың (“Эх, Байтимер дуҫ...”, “Гүргә инер сер ине”) һ.б. пьесаларынан постановкалар ҡуя. Реж. Әфләтунов ҡуйған Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драма спектакле фажиғәле яңғыраш м‑н тулған; Н.Ғәйетбайҙың “Аҡмулланың аҡ төндәре” драма‑уйланыуҙары фәлс. ҡоролған, Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар” фантасмагорияһы метафораларға бай. Был йылдарҙа труппаға В.Н.Ғилманов, Р.Г.Саникина, А.А.Йәнбәков, М.С.Щепкин ис. театр уч‑щеһын тамамлаусылар Р.М.Мифтахетдинов, Л.Д.Рустанова, Г.И.Усманова һ.б. ҡабул ителә. С.б.д.т. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: Әсмәндиәров (1961 й. алып), В.Х.Фәтхуллин (1967—74), Ҡаһарманова (1975 й. алып), Ғәлимов (1987 й. алып, бер үк ваҡытта художество етәксеһе). 1932 й. алып театр төрлө биналарҙа урынлаша, 2004 й. башлап З.Вәлиди урамында үҙ бинаһы бар, театрҙың музейы эшләй.

Әҙәб.: Әхмәтшин Ғ. Сиҙәм ерҙәр театры. Өфө, 1966; Ғүмерҙәрҙә сәхнә балҡышы= Жизнь в лучах рампы. Сибай, 2007.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика