СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР (лат. in — өҫтөндә һәм scaena — сәхнә), театр постановкаһы өсөн автор йәки башҡа кеше тарафынан үҙгәртелгән проза йәки поэзия әҫәре. С.ә. оригиналдан ныҡ айырылһа, ул ошо әҫәр мотивы б‑са яҙылған үҙ аллы пьеса булып һанала. Башҡ. театр сәнғәтендә Ш.Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы б‑са яҙылған ш. уҡ ис. спектакль тәүге С.ә. тип иҫәпләнә (1917; реж. В.Мортазин-Иманский, “Ширҡәт” труппаһы). Был осорҙа ш. уҡ агитация характерындағы баҫма материалдарҙан С.ә. яҙыла. 20‑се йй. уртаһынан тәүге сығанаҡты идея‑художество йәһәтенән аңлатыу С.ә. төп бурысы була. Театрҙарҙың репертуарында совет яҙыусыларының ҙур әҫәрҙәренең, башлыса, романдарҙың С.ә. барлыҡҡа килә: Д.А.Фурмановтың “Чапаев”, М.А.Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм” (“Поднятая целина”), Н.А.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” (“Как закалялась сталь”), Н.А.Крашенинниковтың “Боҙваткыс” (“Ледолом”) әҫәрҙәре. 1938 й. Ғ.Әмири м‑н В.Ғ.Ғәлимов М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесын тарихи‑революцион пьеса булараҡ сәхнәләштерә: персонаждар араһында эшсе‑революционерҙар була. 40—80‑се йй. патриотик темаға, ш. иҫ. Бөйөк Ватан һуғышына, арналған С.ә. ижад ителә: Ғәлимов тарафынан А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” романы б‑са “Батырҙар”, Д.Исламовтың “Йомарт ер” романы б‑са “Ҡуштирәк”, А.Малецтың “Тәре һәм уҡ” (“Крест и стрела”) романы б‑са “Төнгө хәбәр”; Л.В.Вәлиев — С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” повесы б‑са “Әсә, Ер‑әсә” һәм “Хуш, Һарыгөл!” инсценировкалары; Р.В.Исрафилов — М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, “Ярлыҡау” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы б‑са ш. уҡ исемле пьесанан спектакль инсценировкалары. 2000‑се йй. С.ә. хәҙ. заманда кешенең азатлығы һәм яңғыҙлығы темаларын сағылдыра: А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” пьесаһы мотивтары б‑са Л.-М.Зайкаускастың “Апалы‑һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс...” (татар телендә), К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы тәңгәленән осоп үтешләй” (“Пролетая над гнездом кукушки”) романы б‑са А.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле инсценировкалары. Башҡ. театрында С.ә. үҙенсәлекле формаһы фольклор-этнографик пьесаларҙа, башлыса яңы күренештәр, картиналар, персонаждар индереп, шул дәүер образдарын яңыртып миф, легенда, йыр, әкиәт, эпос мотивтары б‑са яҙылған пьесаларҙа күрһәтелгән: М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” һәм “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, З.С.Вәлитовтың “Аҡъял батыр”, С.Р.Суринаның “Заятүләк менән Һыуһылыу”, З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, Х.Ғ.ҒәбитовтыңЫнйыҡай менән Юлдыҡай”, “Урал батыр” һәм Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”) һ.б.

Әҙәб.: Кильмухаметов Т.А. Поэтика башкирской драматургии. 2‑е изд. Уфа, 2008; Галина Г.С. Башкирское оперное либретто. Уфа, 2014.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика