СӘХӘҮЕТДИНОВА Руза Хәйҙәр ҡыҙы (25.6.1937, Сталинабад), композитор. РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). Композиторҙар союзы ағзаһы (1991). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971; М.К.Мөхәмәтшина класы) Өфөнөң 100‑сө урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм хор студияһы етәксеһе, 1980—84 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында тауыш режиссёры.

Сағыу мелодик һәләткә эйә. Ижады халыҡ йырҙары традицияларын һаҡлауы, образдарының тәрән кәүҙәләнеше, муз. теленең ябайлығы м‑н характерлана. Ижадында төп урынды вокаль музыка биләп тора: Р.Й.Ғарипов шиғырына “Ғүмер” (1979), М.Кәримдең шиғырҙарына “Һалдат уты” һәм “Таш өҫтөндәге гөлдәр” (икеһе лә – 1986), С.А.Есенин шиғырына “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”; 1992), Г.Х.Зәйнәшева шиғырына “Йәшерен мөхәббәт” (1986) вокаль циклдары; 30‑ҙан ашыу хор музыкаһы әҫәре, ш. иҫ. хор a cappella өсөн “Реквием”, (2008; 2002 й. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә вафат булған балалар иҫтәлегенә арналған), 700‑ҙән ашыу йыр (У.К.Кинйәбулатов шиғырҙарына “Сейәле тау”, “Үҙең бүләк”) һәм романс (К.М.Аҡбашев шиғырына “Нимә булды һиңә, ни булды?”, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн Р.А.Шахмуллина шиғырына “Елдәр, елдәр...”). Инструменталь муз. әҫәрҙәре араһында Ҡыллы квартет, Прелюдия һәм фуга (икеһе лә – 1989), “Татар сюитаһы” (“Татарская сюита”; 1995). Балалар музыкаһы йырҙар, хор әҫәрҙәре һәм фп. пьесаларынан тора. Башҡорт драма театры, Милли Йәштәр театры, Сибай башҡорт драма театрының драма спектаклдәренә, радиопостановкаларға, балалар телеспектаклдәренә музыка авторы. “Гәлсәр һандуғас” Респ. эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурс‑фестивале (Өфө, 2004), Аҡмулла ис. (1993), Р.Ғарипов ис. (2002) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Үҙең бүләк: йырҙар. Өфө, 2002; Сейәле тау. Өфө, 2008; Романсы на стихи Сергея Есенина и Марины Цветаевой. Уфа, 2004.

Әҙәб.: Мырҙабаева Ф. Ҡурсалағыҙ рухын мәңгелектең //Һоҡланһын бар донъя: мәҡәләләр, юл яҙмалары, әңгәмәләр. Өфө, 1999.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика