СӘХӘҮЕТДИНОВА Мәстүрә Низам ҡыҙы [7.1.1903, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 2.3.1996, Өфө], инженер-архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1993). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1936). В.В.Куйбышев ис. РККА Хәрби инженерҙар акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1936) “Башпроект” проекттар планлаштырыу тресының баш архитекторы, идарасы урынбаҫары, 1937 й. алып БАССР коммуналь хужалығы халыҡ комиссары, 1939 й. — фәнни-техник совет рәйесе, 1942 й. – БАССР ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1945—62 йй. БАССР МС‑ының Архитектура эштәре б‑са идаралығы начальнигы (бөтәһе лә – Өфө). 1938—43 йй. БАССР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Фәнни эштәре респ. гражданлыҡ төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған. 30‑сы йй. 2‑се ярт. Башҡортостанда торлаҡ йорт һәм йәмәғәт биналарын проектлауҙа ҡатнаша. БАССР ЮС‑ының 2—4‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), “Почёт Билдәһе” (1949, 1967) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Город Уфа. М., 1948 (авторҙ.).

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строительный комплекс Республики Башкортостан /авт.‑сост. А.С.Нугуманов. Уфа, 2004.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика