СӘХӘҮЕТДИНОВ Барый Мөхәмәт улы [27.3.1900, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 7.5.1969, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1937), проф. (1960). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1925). 1920 й. алып Дыуан‑Ҡошсо кантонының ер идаралығы мөдире, 1921—22 йй. РСФСР‑ҙың Игенселек ХК эргәһендәге вәкил. 1925 й. башлап БАССР‑ҙың Иген-селек ХК‑ның а.х. идаралығында баш агроном һәм нач. урынбаҫары. 1929—31 йй. БашҮБК ағзаһы. 1935—66 йй. БАХИ‑ның үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1959 й. тиклем агрономия ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре соя, ҡыҙыл клевер, шәкәр сөгөлдөрө, күк һағыҙ һәм кукуруздың биологияһын, агротехникаһын өйрәнеүгә арналған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949). 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Влияние микроэлементов на урожай и сахаристость корней сахарной свёклы //Химизация сельского хозяйства Башкирии. 1961. Вып.3 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика