СӘФӘРОВ Валерий Фидан улы (21.6.1950, Хабаровск крайы Таскан а.), архитектор, педагог. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1978). Тарих ф. канд. (2000). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1979 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тының баш архитекторы. Белорет, Мәләүез ҡҡ. микрорайондары төҙөүҙә ҡала төҙөлөшө һәм архитектура проекттары (икеһе лә – 1974); Өфөлә Инорс-4 (1975) һәм Нефтекама ҡ. 1‑се (2001) микрорайондарын үҙгәртеп төҙөү; Зейск ҡ. ентекле планлаштырыу (1976); Инорс-4 (1976), Инорс-1 (1977) микрорайондарында, “Ҡариҙел” кварталында (2002), Аҡназаров урамындағы (2006; бөтәһе лә – Өфө) торлаҡ йорттар; Баймаҡ р‑ны Күлтабан а. комплекслы төҙөү (2004) һ.б. авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандағы ҡалалар төҙөлөшө тарихына арналған. Юғары уҡыу йорттары өсөн 6 уҡыу әсбабы авторы. Шулай уҡ графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендәэшләй. 1996 й. Өфөлә шәхси күргәҙмәһе үткәрелә. Уҡыусылары араһында К.А.Донгузов.

Хеҙм.: Архитектурные ордера. Уфа, 1999 (авторҙ.); Градостроительство в Башкортостане во второй половине ХVI—ХХ вв. Уфа, 2005.

Әҙәб.: Чепиков М. Думать глобально, делать локально должны архитекторы и историки //Этажи. 2000. №14.

А.А.Семёнов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика